Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 287 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

Көн рәсеме

Ге́рман Ге́ссе 2 июль 1877 йыл — 9 август 1962 йыл) — немец яҙыусыһы һәм рәссамы, Нобель премияһы лауреаты (1946).

Герман Гессе 1877 йылдың 2 июлендә Германия империяһының Кальв ҡалаһында немец миссионерҙары ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Мария Гундерт (1842—1902) теолог Герман Гундерт ҡыҙы. Атаһы, Иоганнес Гессе (1847—1916), Балтик буйы немецтарынан, Эстляндиялағы Пайде ҡалаһынан, бер ни тиклем ваҡыт Һиндостанда миссионер булып хеҙмәт иткән, Кальвта Гундерт нәшриәтендә эшләгән, шунда Мария менән таныша. Германдан башҡа ғаиләлә тағы өс бала була: Адель (1875—1949), Марулла (1880—1953) һәм Ганс (1882—1935).

Бәләкәй саҡтан уҡ балаларҙы Гессе ғаиләһендә дингә тәрән хөрмәт тәрбиәләйҙәр. Ата-әсәһе улдарының ғаилә традицияларын дауам итеүсе булып үҫеүен теләйҙәр һәм 1881 йылда Базелгә 1881 күсенгәс, малайҙы урындағы миссионерҙар мәктәбенә уҡырға бирәләр,ә һуңыраҡ христиан пансионатына урынлаштыралар. Был йылдарҙа Гессенең һәләттәре һәм ҡыҙыҡһыныу өлкәләре күренә башлай. Ул яҡшы ғына һүрәт төшөрә, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә һәм яҙыусы булараҡ үҙен күрһәтергә тырыша. Уның иң тәүге әҙәби тәжрибәһе тип 1887 йылда, ун йәштә сағында, һеңлеһе Мариулла өсөн яҙылған «Ике туған» әкиәтен атарға булалыр.

1886 йылда ғаилә кире Кальвҡа ҡайта. 1890 йылда Герман Гёппингендағы латин мәктәбенә китә һәм бер йылдан һуң Маульбронндағы монастырь семинарияһына уҡырға инә. Бында ул боронғо телдәрҙе, Евангелиены өйрәнә, боронғо грек шиғриәте һәм классик немец әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына башлай, шиғырҙар яҙа. Был осорҙа тормошонда булған ҡайһы бер ваҡиғаларҙы «Тәгәрмәс аҫтында» («Под колесом», 1906) автобиографик повеста тасуирлай. Маульбронн «Нарцисс һәм Златоуст» (1930) романындағы Мариябронн монастыре прототибы (1930). 1892 йылдың 7 мартында Гессе көтмәгәндә юҡ була. Икенсе көндө уны бесән кәбәнендә йоҡлап ятҡан килеш табалар. Профессорҙар Германдың тәртибенә риза булмай, ипәштәре уның менән ҡатнашырға теләмәй. Майҙа, алты ай уҡығандан һуң, Гессе Маульбронндан Бад-Боллгә китә, тик егеттең һаулығы насарая, ул үҙ-үҙенә ҡул һалырға итә. Ата-әсәһе Германды Штеттендағы психиатрик клиникаға һалырға була. 1892 йыл аҙағында Гессе Каннштадиа гимназияла уҡый башлай, но тик бында ла уҡый алмай, һәм бер йылдан ата-әсәһе кәңәше буйынса Эсслингенда типографияға өйрәнсек булып эшкә инә. Бында ла рәт сыҡмағас, Герман Кальвҡа ҡайта, күпмелер ваҡыт атаһына миссионерҙар нәшриәтендә ярҙам итә. 1894—1895 йылдарҙа Гессе Генрих Перроның сәғәт фабрикаһында механик булып эшләй. Һуңыраҡ Гессе уныңисемен «Игра в бисер» романында бер уйын уйлап сығарыусы итеп һүрәтләй. Сым — ноталар станы, төрлө ҙурлыҡтағы ынйы бөртөктәре- музыкаль теманы һүрәтләндерә.

↪ дауамы…

Шуларҙы беләһегеҙме?

  • Евро валютаһы банкноттары дизайнын австрия рәссамы Роберт Калина уйлап тапҡан. Артабан ул Босния һәм Герцеговина маркаһы, Сүриә фунты (2010 йылдағы модификация), Әзербайжан манаты банкноттары дизайнын тәҡдим итә.
  • Ҡарман ДРЭС-ы эргәһендә балыҡсылыҡ хужалығында йылына 700 кг бикре ыуылдырығы етештерелә.
  • «Көтөлмәгәнлек тик яҡшы әҙәбиәттә булмай, ә Тормош мәғәнәһеҙ ваҡиғалар менән тулы». Ремарк Эрих Мария, Триумф аркаһы (1945).
  • Java телендә яҙылған программалар виртуаль Java-машина (JVM) башҡара торған байт-кодҡа «тәржемә» ителә. Java-машина — интерпретатор кебе, бай-кодты эшкәртеп, инструкцияларҙы компьютерға тапшыра. Программаларҙың бындай юл менән эшләүе байт-кодтың компьютер архитектураһынан һәм операцион системала бәйһеҙлеген килтерә. Шуның өсөн Java-Java программа-машина булған барлыҡ йыһаздарҙа ла башҡарыла ала.
  • Хәҙерге әзербайжан әлифбаһы төрөк әлифбаһы нигеҙендә төҙөлгән. Ул 32 хәрәфтән тора. Шул иҫәптән 29 хәреф төрөк әлифбаһынан, 3 хәреф телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Х Х, Q q хәрефтәре.
Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 11 июнь ♦ Кисәге: 10 июнь ♦ Иртәгә: 12 июньБарлыҡ көндәр
Һөнәри

11 июнь юбилярҙары

Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы

Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).

Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.

Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа. ↪ дауамы…